ӨФӨ, 2015 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда студенттар араһында «Башҡортостан гүзәле-2015» II республика матурлыҡ
конкурсы иғлан ителде. Бәйге Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы булып тора. Сараны «Мисс Башкортостан» модель агентлығы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы йәштәр палатаһы, Рәсәй йәштәре союзы ойоштора.