05:01 (UTC+5), 24 Февраля 2015

Рөстәм Хәмитов Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 23 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантанала ҡатнашты. Республика етәксеһе Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа тере сәскәләр һалды.
Һуңынан Рөстәм Хәмитов Республика Хәрби Дан музейында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашты һәм уларға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары тапшырҙы.
– Һеҙ лайыҡлы кешеләр. Ныҡышмалы хеҙмәтегеҙ менән илебеҙгә тоғро булыуығыҙҙы иҫбатлағанһыҙ. Һеҙ оло хөрмәткә лайыҡ, – тип билдәләне республика Башлығы. – Еңеүҙең 70 йыллығына аҙ ғына ваҡыт ҡала. Һис шикһеҙ, беҙ барлыҡ йүнәлештәр буйынса әҙерләнәбеҙ. Бер ветеран да иғтибарһыҙ, ярҙамһыҙ ҡалмаһын өсөн эшләргә тырышабыҙ. Беҙ ошо байрамдың кешеләр күңеленә үтеп инеүен теләйбеҙ. Ул формаль рәүештә генә үтмәһен, ә бөтә быуындарға яңы тәьҫораттар бирһен ине.
Рөстәм Хәмитов Еңеүҙең юбилейына, шулай уҡ йәй көнө Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы хаҡында һөйләне.
– Быйыл беҙ иҡтисади пландағы яңы мәсьәләләрҙе хәл итәсәгебеҙҙе аңлайбыҙ. Халыҡтың яҡланмаған ҡатламына – айырыуса бөгөн ошо финанс сығымдарын ауыр кисергән кешеләргә ярҙам итергә тырышабыҙ. Беҙ мохтаж ғаиләләр дотациялар, субвенциялар, адреслы социаль түләүҙәр алһын өсөн тырышабыҙ. Тәү сиратта ярҙамға мохтаж булыусыларға булышлыҡ итәбеҙ, – тине республика етәксеһе.
Төбәктәге иҡтисади хәлде тикшереп, Башҡортостан Башлығы власть һәм эшҡыуарлыҡтың килешеп эш итеүе кәрәклеген билдәләне.
– Минән: «Башнефть» дәүләт милкенә ҡайтарылдымы?» – тип һорайҙар. Ҡайтарылды тип яуаплайым, Башҡортостанда ла «Башнефть» милкенең бер өлөшө буласаҡ. Кисә мин республика буйлап йөрөнөм, нефть һурҙырғыстарҙы күрҙем. Уларҙың республикабыҙҙыҡы икәнлеген аңлайбыҙ. Берәй ниндәй тәртипһеҙлек юҡмы икән тип ҡарайһың, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе ветерандарға артабан да «сафта» ҡалыуҙарын һәм йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнеүҙәрен дауам итеүҙәрен теләне.
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика