11:37 (UTC+5), 13 Февраля 2015

Aselsan Төркиә компанияһы вәкилдәре Өфө дәүләт авиация техник университеты потенциалын баһаланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө дәүләт авиация техник университетында Aselsan төрөк компанияһы делегацияһы булып китте. «Өфө дәүләт авиация техник университеты-Медиа» мәғлүмәт үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтар авиация двигателдәре музей-кабинетын һәм спутник менән идара итеү үҙәген ҡараны, шулай уҡ уҡыу йортоноң ректоры вазифаһын башҡарыусы Александр Дегтярев менән осрашты.
— Беҙҙең компания ғилми һәм ғәмәли эшмәкәрлекте үҫтереү өсөн донъя университеттары менән үҙ-ара килешеп эш итеү юлдарын эҙләү өҫтөндә, — тип һөйләне Aselsan компанияһы рәйесе кәңәшсеһе Мостафа Кайер. — Беҙ Өфө дәүләт авиация техник университетында яһалған асыштар хаҡында күп ишеткәнебеҙ бар. Университеттың фәнни һәм техник потенциалын күреү өсөн махсус рәүештә Өфөгә килдек.
Авиация һәм космонавтика өсөн технологияларҙы берлектә әҙерләү хеҙмәттәшлектең төп йүнәлеше буласаҡ тип күҙаллана. Мостафа Кайерҙың һүҙҙәренсә, партнерлыҡ программаһы сиктәрендә Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Төркиәнең алдынғы уҡыу йорттары араһында студенттар менән алмашыу ҙа ойошторорға мөмкин.
— Билдәле булыуынса, бөгөнгө көндә Рәсәйҙең мәғлүмәт технологиялары өлкәһе белгестәре донъяның һәр мөйөшөндә эшләй, — тип билдәләне Александр Дегтярев. — Беҙҙең университет Рәсәйҙә инженерлыҡ белеме биреү буйынса лидер булып тора. 80 йылдан ашыу осорҙа беҙ авиация сәнәғәтендә генә түгел, ә башҡа өлкәләрҙә лә эшләгән белгестәрҙе әҙерләп сығарҙыҡ. Һуңғы йылдарҙа сит ил дәүләттәре өсөн инженерҙар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашабыҙ: бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетында донъяның 20 иленән студенттар белем ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика