Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
11:18 (UTC+5), 12 Февраль 2015

Рөстәм Хәмитов: «Республикала шундай кешеләр бар саҡта, Башҡортостанда барыһы ла һәйбәт буласаҡ»

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 12 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республиканың 48 алдынғы сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, транспорт, социаль өлкә, торлаҡ-коммуналь хужалығы, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары, ордендар менән билдәләнде.
— Һеҙ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән ошо наградаларға лайыҡ булдығыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн залда төрлө һөнәр эйәләре бар, әммә барығыҙҙы ла яҡшы, намыҫлы эшләү, һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешә белеү сифаттары берләштерә. Һеҙ күптәр өсөн өлгө булып тораһығыҙ.
Башҡортостан Башлығы Ҡырым халҡына ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итеүселәргә айырыуса рәхмәт белдерҙе.
— Кәрәкле һәм мөһим эште башҡарып сығыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ 37-38 объектты тергеҙеүҙә ҡатнаштығыҙ. Ҡырымда йәшәүселәрҙең күбеһе хәстәрлек тойҙо. Улар Башҡортостан төҙөүселәренең яҡшы эшләүен аңланы. Был, һис шикһеҙ, дәртләндерә, — тип билдәләне республика етәксеһе.
Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренсә, бүләкләнеүселәрҙең һәр береһе үҙ эшенә намыҫлы ҡарай.
— Республикала шундай кешеләр бар саҡта, Башҡортостанда барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Беҙ халыҡтың тормошон даими рәүештә яҡшыртып, кәрәкле йүнәлештә үҫешәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика