ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 10 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов
Ишембайға нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов ҡаланың сәнәғәт предприятиелары продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны, Ишембай халҡын байрам менән ҡотлап, дәүләт наградалары тапшырҙы.