13:11 (UTC+5), 11 Февраля 2015

Рөстәм Хәмитов Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советының ултырышын үткәрҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 11 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советының ултырышын үткәрҙе.
Уҙған йылда Башҡортостан халҡы Ҡырымда йәшәүселәргә ярҙамға 200 миллион һумдан ашыу аҡса йыйҙы, дауылдан зыян күргән Краснокама, Яңауыл райондарына булышты. Хәйриә ярҙамы мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана, юл, һыу үткәргестәрҙе ремонтлау һәм яңыртыуға йүнәлтелде. Бөгөнгө көндә республикала 300-гә яҡын фонд эшләй, улар халыҡҡа адреслы ярҙам күрһәтә.
— Хәйри фондтарына булышлыҡ итеү өсөн беҙгә барыһын да эшләргә кәрәк. Улар йәмғиәткә, дәүләткә ярҙам итә. Фондтар тиҙ эшләй. Күреүебеҙсә, уларҙың эшмәкәрлеге өсөн талап ителгән сумма ҙур түгел. Әлбиттә, хәйриә фондтары эшмәкәрлектәрен дауам итһен өсөн республика Хөкүмәтенең ресуртарын да файҙаланасаҡбыҙ. Сөнки улар хәл иткән мәсьәләләр изге, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, фондтарға ярҙам ҡулын һуҙыу килеп тыуған иҡтисади хәлдә айырыуса мөһим, сөнки улар предприятиеларҙың һәм ойошмаларҙың уңышлы эшләүенә туранан-тура бәйле.
— Бөтә фондтар ҙа эшләргә тейеш. Сөнки уларҙың эшмәкәрлегенә ихтыяж юғары. Кешеләр бының ҡәҙерен белә. Башҡортостанда шәфҡәтлелек буйынса бирелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала йәшәүселәргә мәрхәмәтлелек сифаты хас. Беҙ кешеләрҙе ошо башланғыстарында ярҙам итәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика