12:08 (UTC+5), 11 Февраля 2015

Башҡортостанда «Өс мөйөшлө һалдат хаттары» акцияһы старт ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 февралдә Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Өс мөйөшлө һалдат хаттары» акцияһы башлана.
Акция республика Хәрби Дан музейы сайтында фронт хаттарының мәғлүмәт ресурсын булдырыу маҡсатында уҙғарыла. Унда ғаилә архивтарында һаҡланған өс мөйөшлө хаттарҙың сканер аша үткәрелгән күсермәләре һәм автор хаҡында белешмә урынлаштырыласаҡ.
Бөйөк Ватан һуғышы осоро хаттарын һаҡлаған кешеләр тарихты һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә ала. Акцияла ҡатнашыу өсөн өс мөйөшлө хат авторы тураһында мәғлүмәт битен тултырып, frontovoe_pismo@mail.ru электрон почтаһына хаттарҙың күсермәләрен ебәрергә кәрәк.
Материалдар 2015 йылдың 22 июненә тиклем ҡабул ителә. Мәғлүмәт битен тултырыу формаһы музейҙың сайтында бирелгән. Белешмә өсөн телефон: (347) 260-44-64, 260-44-16.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика