10:11 (UTC+5), 10 Февраля 2015

Уҙған аҙнала Башҡортостанда 23,5 мең кешегә киҫкен респиратор вируслы инфекция диагнозы ҡуйылған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Үткән аҙнала Башҡортостанда 23,5 мең кеше киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) һәм киҙеү менән сирләгән. Был күрһәткес уртаса күп йыллыҡ кимәлдән 3,2 процентҡа юғарыраҡ. Дөйөм алғанда, бөтә йәш категорияларында ла ауырыусыларҙың күбәйеүе билдәләнә. Айырыуса 7-14 йәшлек мәктәп уҡыусылары араһында эпидемик сиктең артыуы теркәлгән.
Шул уҡ ваҡытта Өфөлә һигеҙ меңдән ашыу кеше ОРВИ һәм киҙеү менән сирләгән, эпидемик сик 5,7 процентҡа күтәрелгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр.
Мониторинг сиктәрендә төбәктә А2 һәм В тибындағы грипп вирустарының бүленеүе асыҡланған.
Бөгөнгө көндә республикала киҙеү һәм ОРВИ буйынса хәл Рәсәйҙең башҡа субъекттары менән сағыштырғанда тынысыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан, 12 февралдән Өфөлә сикләү саралары индерелә, тип өҫтәнеләр ведомствола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика