09:19 (UTC+5), 10 Февраля 2015

Республика журналистары һәм музей хеҙмәткәрҙәре Волга буйы федераль округының «Еңеү» проектында ҡатнаша ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан журналистары һәм музей хеҙмәткәрҙәре Волга буйы федераль округының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү айҡанлы ойошторолған «Еңеү» проектында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Был акция йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә, патриотизм темаһын яҡтыртыуҙың яңы формаларын әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Еңеү» проекты «Иң яҡшы музей экспозициялары», «Иң яҡшы хәрби-патриотик клубтар», «Иң яҡшы журналист эштәре» конкурстарын үҙ эсенә алған бер нисә проектты берләштерә. Тәүге номинацияла төбәк, ҡала һәм ауыл, мәктәп музейҙары ҡатнаша ала. Журналистарҙан хәрби-патриотик темаға ҡағылышлы эштәр ҡабул ителә.
— Конкурс комиссияһында Йәмәғәт советы ағзалары буласаҡ. Беҙ ошо конкурстарҙы грант нигеҙендә үткәрәсәкбеҙ, иң яҡшыларҙы билдәләйәсәкбеҙ, — ип аңлатты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич.
Конкурс тураһында положение менән тулы хоҡуҡлы вәкилдең сайтында танышырға була. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 16 февралдән 5 апрелгә тиклем Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор аппаратына ебәрергә кәрәк. Электрон почта: ismagilova.aa@bashkortostan.ru. Белешмә өсөн телефон: (347) 280-84-93.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика