07:27 (UTC+5), 10 Февраля 2015

«Өфөлә БРИКС саммитының юғары кимәлдә үтәсәгенә ышанам» — Бразилияның Рәсәйҙәге Илсеһе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Бразилия Федератив Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Антонио Жозе Валлим Геррейро 2015 йылдың июлендә Өфөлә БРИКС саммиты юғары кимәлдә үтәсәк һәм ошо альянсҡа ингән илдәрҙең берлектәге яңы сәйәсәтен һәм иҡтисади стратегияһын төҙөүҙә яңы этап буласаҡ тип ышана. Был хаҡта ул Мәскәүҙең «Евразия юридик журналы»на биргән интервьюһында һөйләне. Ул Рәсәйҙең, атап әйткәндә, Башҡортостандың 2015 йылғы саммиттарҙы юғары кимәлдә уҙғарыу мөмкинлеге булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Һуңғы ун йылда БРИКС сиктәрендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү дәүләтебеҙҙең тышҡы сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһенә әүерелде. 2014 йылдың 15-16 июнендә Бразилияның Форталеза һәм Бразилиа ҡалаларында БРИКС илдәренең алтынсы саммиты уҙҙы, ул беҙҙең хәрәкәткә яңы һулыш бирҙе. Тиҙҙән Өфө ҡалаһында үтәсәк БРИКС осрашыуы. БРИКС рәйесе булараҡ, Рәсәйгә уңыштар теләйем. Башҡортостандың баш ҡалаһында БРИКС саммитының юғары кимәлдә үтеүенә һәм Рәсәй өсөн дә, БРИКС төркөмө буйынса партнерҙарыбыҙ өсөн дә файҙалы булыр тип ышанам. Һис шикһеҙ, Өфөгә Бразилия Президенты Дилма Руссефф киләсәк. Минеңсә, бөтә өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеү һәм нығытыу буйынса төп бурысты башҡарыу саммит алдында торған бурыстарҙың береһе буласаҡ», — тип белдерҙе баҫмаға Геррейро әфәнде.
АҠШ-тың донъя иҡтисадындағы роле кәмегән саҡта тиҙ үҫешеүсе, тәү сиратта БРИКС-ҡа ингән дәүләттәр халыҡ-ара аренала ышаныслы сығыш яһай, сөнки улар донъя иҡтисады өсөн мөһим ресурстарға эйә, тип иҫәпләй Бразилия Федератив Республикаһы Илсеһе. Уның билдәләүенсә, планета халҡының 43 проценты БРИКС илдәрендә йәшәй, ысынында, был проблемалар тыуҙыра ла инде. «Халыҡ һанының күплеге ошо илдәрҙәге хеҙмәттең арзанайыуына килтерә, был иһә иҡтисади үҫеш өсөн ҡаршылыҡ булып тора. 2014 йылғы һөҙөмтәләр буйынса БРИКС илдәре иҡтисадтың түбәнәйеүенә борсола. Әммә Өфөлә үтәсәк саммит тауар әйләнешен арттырыуға һәм ойошманың халыҡ-ара ареналағы әһәмиәтен күтәрергә ярҙам итер тип уйлайым», — ти ул.
Геррейро әфәнде фекеренсә, Рәсәй менән Бразилияның ике яҡлы мөнәсәбәттәре үҫеше динамикаһы ла бик мөһим. 1991 йылдың декабрь аҙағында Бразилия Латин Америкаһы илдәренән тәүгеләрҙән булып Рәсәй Федерацияһын СССР-ҙы дауам итеүсе дәүләт булараҡ таныны, тип билдәләй ул. 2000 йылдың июнендә Рәсәй һәм Бразилия араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәре хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ул 2002 йылдың ғинуарынан көсөнә инде. Бразилия менән Рәсәйҙең партнерлығын һаҡлау һәм үҫтереү — беҙҙең өсөн сәйәси бурыс», — тип иҫәпләй Бразилия Федератив Республикаһы Илсеһе.
Интервьюның тулы тексын журналдың сайтында уҡырға мөмкин.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика