10:49 (UTC+5), 10 Февраля 2015

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы «Әсә йөрәге» тип аталған шиғри бәйге иғлан итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан ҡыҙы» журналында Әҙәбиәт йылы уңайынан әсәйҙәргә булған мөхәббәт хистәре һәм әсәлек темаһына арналған «Әсә йөрәге» конкурсы башланды. Ирекле стилдә яҙылған шиғырҙар декабргә тиклем ҡабул ителә. Ярышта журналды яҙҙырып уҡыусылар араһынан теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Һәр автор бер әҫәр менән ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
— Конкурстың маҡсаты — журнал уҡыусыларҙа ижадҡа, шиғриәткә һәм әсәлек проблемаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу, ҡатын-ҡыҙҙар журналына танылған яҙыусыларҙы йәлеп итеү, башҡорт шиғриәтендә яңы исемдәр асыу, — тип аңлатма бирҙе әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт һәм мәғариф бүлеге мөхәррире Гөлнара Хәлфетдинова.
Әҫәрҙәр шиғри бәйгегә тигән билдә менән «Башҡортостан ҡыҙы» журналының «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмө диуарына баҫма тексы беркетелгән видеояҙма рәүешендә ҡабул ителә. Видеояҙма журналдың рәсми сайтында ла урын аласаҡ.
Еңеүселәрҙе декабрь айында мәртәбәле баһалама ағзалары билдәләйәсәк. Бөтә лауреаттарға редакцияның махсус дипломдары һәм биш, өс һәм ике мең һум күләмендәге аҡсалата премиялар тапшырыласаҡ. Иң күп «лайк» һәм репост йыйыусы ике авторҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика