05:51 (UTC+5), 09 Февраль 2015

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы — Рәсәйҙең иң популяр 15 телеканалы исемлегендә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Рәсәй TNS тикшеренеү төркөмө илдең иң популяр 15 төбәк телеканалдары исемлеген билдәләне.
Тәүлегенә 18 сәғәттән ашыу күрһәткән үҙ аллы каналдар рейтингында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Екатеринбургтың «Дүртенсе каналы» менән алтынсы һәм етенсе урындарҙы биләй.
Төбәк телеканалдары тамашасыларының өҫтөнлөктәрен өйрәнгәндән һуң, тикшеренеү төркөмө уларҙың яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләй. Шуның менән бергә телеканалда киске 10-сы яртыла эфирға сығыусы «Яңылыҡтар» биш көндәлек төбәк мәғлүмәт сығарылыштары исемлегенә инә.
— Республиканың ике дәүләт телендә — рус һәм башҡорт телдәрендә эфирға сыҡҡан яңылыҡтар сығарылышы халыҡҡа мөһим хәл-ваҡиғалар тураһында еткерә. Төбәк проблемалары федераль каналдарҙы ҡыҙыҡһындырмауы бер кемгә лә сер түгел. Тәү сиратта урындағы аудиторияның мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып эшләйбеҙ. Әйткәндәй, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар сығарылышы төбәктәге хәлдәрҙе сағылдырыусы урындағы телеканалдар араһында берҙән-бер мәғлүмәт хеҙмәте, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан юлдаш телеканалының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова.
— Көн һайын хәбәрселәребеҙ Башҡортостандың бер нисә районына юллана, ваҡиға урынынан репортаждар эшләй, кәрәк булһа, тура эфирға сыға, — тип һөйләне Яңылыҡтар хеҙмәтенең төп редакцияһы етәксеһе Шамил Ишемйәров. — Беҙҙең кәрәҙле элемтә каналдары буйынса эшләүсе махсус ҡорамалыбыҙ бар, ул тиҙ арала республиканың теләһә ҡайһы нөктәһенән телевизион сигналды тапшырырға, яңылыҡтар программаһына тоташтырырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, беҙгә район һәм ҡалаларҙағы телеканалдарҙа эшләүсе коллегаларыбыҙ ярҙам итә.
Рәсәй TNS тикшеренеү төркөмөнөң мәғлүмәттәре буйынса, төбәктәрҙәге тамашасыларҙы спорт, танып белеү тапшырыуҙары, фильмдар һәм сериалдар ҡыҙыҡһындыра. Ә бына күңел-асыу ток-шоуҙарына ихтыяж төшкән.
Рәсәйҙә телевизор ҡараусыларҙың йәше артыуы күҙәтелә. Төп аудиторияның йәше — 55-тән ашыу. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бындай йүнәлеш түбәндәгесә сағылыш тапты: әгәр элек каналды ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡараһа, хәҙер иһә ир-аттар ҙа бар. Төп тамашасылар — 35-54 йәшлектәр һәм 55 йәштән өлкәндәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика