12:24 (UTC+5), 09 Февраль 2015

Азамат Сәлихов «Башҡортостан» ДТРК-һы генераль директоры итеп тәғәйенләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Билдәле журналист Азамат Сәлихов Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының филиалы — «Башҡортостан» ДТРК-һын етәкләне.
Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов яңы етәксене коллектив менән таныштырҙы. Ул Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһының республика филиалы илдә иң яҡшыларҙың береһе тип билдәләне. Бында тәжрибәле белгестәр эшләй, «Вести-Башкортостан» тапшырыуының рейтингтары федераль сығарылыштарҙан да уҙып китә.
Азамат Сәлихов 2000 йылдарҙан алып Башҡортостан һәм күрше төбәктәр — Удмуртия һәм Ырымбур өлкәләре буйынса Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән. 2014 йылдың июлендә Украинаға командировкаға барышында һөнәри бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Салауат Юлаев исемендәге орден менән бүләкләнгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика