09:30 (UTC+5), 06 Февраля 2015

Баш ҡалала «Ветеран менән селфи» акцияһы башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә «Ветеран менән селфи» акцияһы башланды. Ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм республиканың Йәштәр йәмәғәт палатаһы булышлығында «Быуындар йөрәгендә — хәтер һәм ғорурлыҡ» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.
1 июнгә тиклем һәр кем ветеран менән төшкән фотоһүрәтен Instagram, Facebook һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендә урынлаштыра ала. Фотоһүрәттәрҙе #мойветеран билдәһе менән ҡуйырға кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы йәки тыл эшсәненең исем-фамилияһы, йәше, фотоға төшкән урыны хаҡында мәғлүмәттәр биреү мотлаҡ. Бынан тыш, ветеран тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы, йәштәргә теләктәрен бәйән итеү зарур.
— Бөйөк Ватан һуғышы тарихын унда ҡатнашыусыларҙан ишетеү бик мөһим, — тип билдәләне «Ветеран менән селфи» акцияһы авторы, БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Айгөл Теләшева. — Беҙҙең акция һуғышты үткән кешеләр менән аралашырға мөмкинлек бирәсәк. Был ветерандар өсөн дә бик мөһим, сөнки уларға ярҙам һәм иғтибар етешмәй.
Проект авторы фекеренсә, белем биреү учреждениеларындағы лекциялар һәм йәштәрҙе ил тарихын өйрәнеүгә йәлеп итеүҙең башҡа юлдары етерлек һөҙөмтә бирмәй, шуға күрә заманса алымдарҙы ҡулланырға кәрәк. Ошондай патриотик акциялар үткәреү арҡаһында һуғыш йылдары тарихы күп быуындарҙың хәтерендә ҡаласаҡ, тип ышана акцияны ойоштороусылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика