ӨФӨ, 2015 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 5 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә әҙерлек сиктәрендә «Өфө»
халыҡ-ара аэропортының яңы терминалы төҙөлөшө менән танышты.