Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың октябрендә Мәскәү дизайнеры Илдар Кинйәбулатов 30 энтузиаст-тәржемәсе менән берлектә «Бәйләнештә» социаль селтәренең башҡортса
интерфейсын әҙерләне. Ул 2013 йылдың 11 октябрендә эшләй башланы. Проект өҫтөндә эш алты йыл дауам иткән, уның барышында 17 мең текст тәржемә ителгән, интернеттағы терминдарға ярашлы яңы һүҙҙәр уйлап сығарылған. Тәржемәселәр араһында яҙыусылар, уҡытыусылар, журналистар булған. Тәржемә ителгән вариант махсус серверға күсерелде. Хәҙер башҡортса «Бәйләнештә» менән һәр кем ҡуллана ала.