07:53 (UTC+5), 04 Февраля 2015

Рөстәм Хәмитов төбәктәргә льготалы файҙаланыусыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн дәүләт фармацевтика операторын билдәләү хоҡуғын биреүҙе тәҡдим итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Льготалы категориялы граждандарҙы һәм дауалау учреждениеларын дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн төбәктәргә дәүләт фармацевтика операторын билдәләү хоҡуғын биреү тураһында ҡарар хаҡтарҙы контролдә тотоуҙы ойоштороуҙа һөҙөмтәле аҙым булыуы ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 3 февралдә Өфөлә РФ Министрҙар кабинеты башлығы рәйеслегендә үткән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көрсөккә ҡаршы саралар әҙерләү буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, былтыр төбәктә дарыуҙарға хаҡтар 0,5 процентҡа артты, ғинуарҙа уртаса хаҡ ике, ә ҡайһы бер препараттарға 11 процентҡа күтәрелде.
Башҡортостан етәксеһе билдәләп үткән тағы бер тема — һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөгәндә дәүләт-шәхси партнерлыҡ. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә иғтибар бүлде.
Медицина препараттарын илебеҙҙә сығарыусыларға булышлыҡ итеү темаһы ла ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, «Өфө-Вита», «Микроген» филиалы — «Иммунопрепарат» фармацевтика предприятиелары сит ил аналогынан осһоҙораҡ дарыуҙар етештерә ала, әммә улар дәүләт ярҙамына мохтаж.
— Бындай предприятиеларға маҡсатлы, адреслы ярҙам кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика