Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2015, 14:39

Өфөлә Ҡышты оҙатыу байрамы уҙғарыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Ҡышты оҙатыу байрамы (Масленица) ойошторола. Быйыл байрам 16 февралдән 22-нә тиклем дауам итә.
Ҡала хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала байрам саралары 21 һәм 22 февралдә үтә.
21 февралдә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда, «Нефтехимиктар» һәм «Беренсе май», «Ҡашҡаҙан» ял парктарында, Дим районының Хәҡиҡәт урамында һәм Нижегородка биҫтәһендә төрлө саралар ойошторола.
22 февралдә Ҡышты оҙатыу байрамы Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркта һәм Искино ҡасабаһында үтә.
Читайте нас: