11:05 (UTC+5), 04 Февраля 2015

Дмитрий Медведев: «Баҙарҙағы осһоҙло дарыуҙарҙың юҡҡа сығыуына юл ҡуйырға ярамай»

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. — Беҙҙең төп бурысыбыҙ — теләһә ниндәй шарттарҙа ла гарантияланған дәүләт медицина ярҙамы күләмен тәьмин итеү, иҡтисади ауырлыҡтар уның сифатында сағылмаһын өсөн барыһын да эшләү, — тип билдәләне РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көрсөккә ҡаршы тәү сираттағы сараларҙы тикшереүгә арналған кәңәшмәлә. Дарыуҙарға ҡытлыҡты булдырмаҫҡа һәм уларға хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуы менән көрәшергә кәрәк.
Дмитрий Медведев баҙарҙа илебеҙҙә етештерелгән сифатлы продукцияның артыуын мөһим йүнәлештәрҙең береһе тип атаны. Рәсәй Хөкүмәте башлығы билдәләүенсә, сирле йәки өлкән йәштәге кешеләргә даими рәүештә дарыуҙар ҡабул итергә тура килә, кешенең ғүмере аптекала уларҙың булыу-булмауына бәйле.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге көндә дарыуҙарға хаҡтар арта. Был валюта курсының тотороҡһоҙ булыуына, алыпһатарлыҡҡа бәйле. Һәр хәлдә, ошо өлкәлә ентекле контроль булырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев.
Министрҙар кабинеты башлығы һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә һөҙөмтәле препараттар етештерелә, заманса технологиялар бар, уларҙы ҡулланыу өсөн дарыуҙар кәрәк, тотона торған материалдар бар.
— Әлбиттә, беҙ илебеҙ етештереүселәренә баҫым яһаясаҡбыҙ, әммә был Рәсәйҙә аналогы булмаған дарыуҙарҙан баш тартасаҡбыҙ тигәнде аңлатмай, — тип асыҡланы Дмитрий Медведев.
РФ Хөкүмәте Рәйесе хәҙер йәшәү өсөн кәрәкле һәм мөһим дарыуҙар исемлегенә ингән препараттарға хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуына юл ҡуйырға ярамай тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Премьер-министр йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә тағы 50 препарат индерелеүен иҫкә төшөрҙө. Һәр аптекала булырға тейешле дарыуҙар исемлеге әҙерләнгән.
— Эксперт баһалары буйынса, ағымдағы йылда дарыуҙарға хаҡтар яҡынса 20 процентҡа артасаҡ, — тине Дмитрий Медведев. — Баҙарҙағы осһоҙло дарыуҙарҙың юҡҡа сығыуына юл ҡуйырға ярамай.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика