13:17 (UTC+5), 03 Февраля 2015

Дмитрий Медведев позитрон-эмиссион томография үҙәгендә булды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 3 февралдә РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, РФ Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец, «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Анатолий Чубайс, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм рәсми делегация ағзалары Өфөләге позитрон-эмиссион томография үҙәгендә булды.
Улар бында яман шеште диагностикалау өсөн изотоптар әҙерләү процесы менән танышты һәм операция бүлмәһен ҡараны. Унда шешкә нурланыш менән тәьҫир итеүсе уникаль аппарат — кибер-бысаҡ урынлаштырылған.
— Кибер-бысаҡ бер нисә төр шеште дауалау мөмкинлегенә эйә, — тип һөйләне Өфөләге үҙәктең директоры Елене Елхова. — Аппарат автоматик рәүештә ҡорола. Кибер-бысаҡтың өҫтөнә рентген ҡуйылған, ул аҙ ғына күсһә лә аппараттың мәғлүмәттәр базаһына хәбәр ителә һәм нурланыш туҡтатыла, сәләмәт туҡымалар зыян күрмәй. Процедура уртаса 50 минут дауам итә, ул тамамланғас, пациенттың хәлен баһалайбыҙ, ҡан баҫымын үлсәйбеҙ һәм ҡайтарып ебәрәбеҙ, — тип аңлатты Елена Елхова.
Әлегә бында баштағы шештәрҙе генә дауалайҙар. Әммә киләсәктә башҡа органдарҙы ла дауалау планлаштырыла.
Үҙәк директоры кибер-бысаҡты үҙләштереү баштағы сирҙәрҙән башлана, һуңынан икенсе органдарға күсергә мөмкин тип һөйләне. 2015 йылға үҙәктә ошондай күсеү планлаштырылған.
Өфөлә ПЭТ-үҙәк төҙөлөшө 2012 йылда башланды. РОСНАНО, «РосМедТехнолоджи» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм MEDILUX Венгрия компанияһы тарафынан булдырылған медицина үҙәге 2014 йылдың 28 мартында пациенттарҙы ҡабул итә башланы. Ул Рәсәйҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә булдырылған онкология ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау буйынса беренсе медицина учреждениеһы булды. Өфөнөң ПЭТ-үҙәгенә инвестициялар күләме яҡынса 956 миллион тәшкил итте. Ун ай эшләү осоронда ул өс меңдән ашыу пациентты ҡабул итте.
Өфөләге позитрон-эмиссион томография үҙәге — федераль селтәрҙә РОСНАНО-ның шәхси инвесторҙар менән берлектә төҙөгән тәүге медицина үҙәге. 2015-2016 йылдарҙа ПЭТ-үҙәктәрен Тамбов, Орел, Липецк, Курск, Брянск, Новосибирск, Һамар, Екатеринбург, Калуга, Ырымбур, Пермь, Ижевск һәм Владивосток ҡалаларында асыу күҙалллана. Уларҙа ла кәрәкле радиофармпрепараттарҙы үҙҙәрендә етештереү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика