06:52 (UTC+5), 02 Февраля 2015

Башҡортостанда дауыл сығыуы иҫкәртелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2 февралдә көндөҙ һәм 3 февралдә төндә Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә көньяҡтан иҫкән елдең 21-26 метрға тиклем көсәйеүе, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Был хаҡта Федераль юл агентлығының Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығынан хәбәр иттеләр.
Татарстанда ла дауыл сығыуы ихтимал. 2 һәм 3 февралдә көньяҡ циклон килеүенә бәйле Татарстан биләмәһендә һауа шарттарының насарайыуы күҙаллана. Урыны менән көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы, көньяҡтан иҫкән елдең тиҙлеге секундына 16-21 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Юлдарҙа — ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, 2 февралдә республикала болотло һауа торошо, епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы күҙаллана. Республиканың көньяҡ-көнсығышында яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көслө. Һауа температураһы 1 градустан 6 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк, көньяҡ-көнсығышта 11 градусҡа тиклем һалҡын.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика