09:36 (UTC+5), 28 Января 2015

Хәйриә акцияһы барышында Өфө дауаханалары китаптар менән тулыланасаҡ

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 29 ғинуарҙа Өфөлә «Дауаханаларға китап» хәйриә акцияһы башлана. Был көндө Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Һуғыш ветерандарының республика клиник госпитале китапханалары яңы китаптар менән тулыланасаҡ.
Әҙәбиәт йылы уңайынан ойошторолған акция Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында йыл буйына барасаҡ.
Проекттың маҡсаты — дауаханаларҙы китаптар менән тәьмин итеү, улар пациенттар һәм хеҙмәтләндереүсе персонал өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырырға ярҙам итәсәк.
Китапхана хеҙмәткәрҙәренең ошондай акциялар уҙғарыуҙа тәжрибәһе етерлек, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһының матбуғат хеҙмәтендә. Мәҫәлән, үткән йылдың апрелендә Ҡырым Республикаһының Белогорск үҙәкләштерелгән китапхана селтәре өсөн китаптар йыйыу иғлан ителгәйне. Өс ай эсендә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге китапханаға 10 меңдән ашыу китап тапшырылды.
«Дауаханаларға китап» акцияһына һәммәһе лә ҡушыла ала. Бының өсөн китаптарҙы өйҙән алып барырға, уларҙы дауалау учреждениеларына килтерергә ярҙам итергә, акция тураһында туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға хәбәр итергә мөмкин.
Һорауҙар буйынса (347) 216-41-23 телефоны аша БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йәки БР Милли китапханаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бәйләнеш өсөн телефон: (347) 272-99-10.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика