ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. «Викияңылыҡтар» ирекле мәғлүмәт порталы Рәсәй юғары уҡыу йорттарының популярлыҡ буйынса
рейтингын баҫтырып сығарҙы. Рус Википедияһы версияһы буйынса, вуздың абруйлылығы виртуаль энциклопедиялағы уҡыу йорто хаҡындағы мәҡәләне көнөнә нисә тапҡыр ҡарау буйынса баһалана. Исемлеккә илдең 300 юғары уҡыу йорто индерелгән.