07:15 (UTC+5), 26 Января 2015

Рус география йәмғиәте ағзаларының Бөрйән бал ҡортон өйрәнеү буйынса экспедицияһы тамамланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Марина Чепикова/. Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең 2015 йылдағы тәүге проекты тамамланды.
— Беҙ ошо идея менән Рус география йәмғиәтенә мөрәжәғәт иттек, сөнки ул Рәсәйҙәге көслө йәмәғәт ойошмаларының береһе, — тип һөйләне экспедицияның ғилми етәксеһе, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө биология институтының геоботаника һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау лабораторияһы мөдире Василий Мартыненко. — Рус география йәмғиәтенең абруйы солоҡ бал ҡортон өйрәнеүгә махсуслашҡан донъялағы берҙән-бер ҡурсаулыҡтың биләмәһен киңәйтеү идеяһын бойомға ашырырға ярҙам итер тип ышанабыҙ.
Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһе ағзаларының күсмә экспедицияһы ҡурсаулыҡтың киңәйтеләсәк зонаһы менән танышыу өсөн тап ҡышҡыһын юлланды, сөнки йәй көнө ҡуйы урмандарға үтеп инеү ҡыйыныраҡ. Экспедиция ағзалары урмансылар, солоҡсолар менән аралашты. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән осрашыу ҙа һөҙөмтәле булды. Ул да әлеге идеяны хуплай һәм йәйгелеккә килтерелгән бал ҡорттарының урындағылары менән ҡушылыуына ҡаршы. Сөнки Бөрйән бал ҡорто һәм ҡырағай бал күптән инде бөтә донъянан ҡунаҡтарҙы йәлеп итә. Ошо биләмәнең имен киләсәге тап туризмды, урындағы кәсептәрҙе үҫтереүгә һәм ҡурсаулыҡтарҙың уңышлы эшләүенә бәйле.
— Экспедиция материалдарын дөйөмләштереп, ҡурсаулыҡ биләмәһен киңәйтеү кәрәклеге тураһында республика Хөкүмәте бойороғо проектын әҙерләйәсәкбеҙ, — тип һүҙен йомғаҡлай Василий Мартыненко. — Документ өс район хакимиәте башлыҡтары, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Урман хужалығы министрлыҡтары менән килешеп хәл ителергә ителергә тейеш.
Хәҙер иң мөһиме — ҡурсаулыҡты киңәйтеү һәм Бөрйән солоҡ ҡорто генофондын һаҡлау киләсәк быуындар өсөн әһәмиәтле булыуына власть структураларын ышандырыу.
Экспедицияның дүрт көн буйына барыуына ҡарамаҫтан, һәммәһе лә уның һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт ҡалды. Бөрйәнгә киләһе сәфәр йәйгелеккә планлаштырыла.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика