08:20 (UTC+5), 23 Января 2015

Бер йылда Өфөләге «Әсәйем минең менән» приютында 10 балалы ҡатын-ҡыҙға ярҙам күрһәтелгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2013 йылдың октябренән 2014 йылдың ноябренә тиклем «Беҙҙең балалар» хәйриә фондының «Әсәйем минең менән» приютында ауыр тормош хәлендә ҡалған 10 балалы ҡатын-ҡыҙға ярҙам күрһәтелгән. Шул арҡала 14 бала үҙ ғаиләһендә ҡалған.
«20 ғинуарҙа тағы бер әсә приюттан сыҡты, өс ай буйына уның менән Фонд хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр эшләне. Хәҙер ул үҙ аллы тормошҡа әҙер, приют иһә эшләүен дауам итә», — тип хәбәр итте проекттың координаторы Валентина Ефимовских.
«Беҙҙең балалар» фонды хеҙмәткәрҙәре теләүселәргә приюттағы ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүҙәрен үтенә. Аҙыҡ-түлек тә килтерергә мөмкин. Адресы: Урман техникумы урамы, 53, 23-сө офис (эш ваҡытында). Шулай уҡ әсәләр өсөн эш варианттары буйынса төрлө кәңәштәр һәм тәҡдимдәр ҡабул ителә.
Ауыр тормош хәлендә ҡалған балалы әсәләр өсөн «Әсәйем минең менән» приюты 2013 йылда «Беҙҙең балалар» хәйриә фонды тарафынан асылған. Проекттың маҡсаты — йәшәргә урыны, эше, йәшәү кәрәк-яраҡтарының булмауы арҡаһында сабыйынан баш тартырға теләүсе әсәләрҙе балаларынан айырырға юл ҡуймау.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика