Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2015, 10:41

Швейцарияла Өфөнөң 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын үткәреүгә дәғүә итеүсе ҡала сифатында презентацияһы уҙҙы

IWGA матбуғат хеҙмәте
IWGA матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 21 ғинуарҙа Халыҡ-ара олимпия комитетының штаб-фатирында (Лозанна, Швейцария) Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөнөң 2021 йылда XI Бөтә донъя уйындарын үткәреүгә дәғүә итеүсе ҡала сифатында презентацияһында сығыш яһаны. Ул инглиз телендә һөйләне.
– Өс йыл буйына иртәнге күнекмәләр эшләгәндә: «Өфө Бөтә донъя уйындарының баш ҡалаһы булырға тейеш» тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлайым, – тип һөйләне төбәк етәксеһе.
Өфө – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең инфраструктура йәһәтенән үҫешкән мәҙәни, сәнәғәт һәм спорт үҙәге, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
– Өфө – бик ҡунаҡсыл ҡала, спорт ҡоролмалары спортсылар һәм көйәрмәндәр менән тулы. Спорт үҫешкән төбәктәр араһында Башҡортостан лидерҙар рәтендә, ул 2013-2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә иң яҡшылырҙан тип танылған. Баш ҡалала йәшәүселәр изге күңелле, беҙ Бөтә донъя уйындарын уҙғарыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренсә, ҡала һәм республика халҡы Өфө Бөтә донъя Уйындарын үткәреүгә хоҡуҡ аласаҡ тип ышана.
Бөтә донъя уйындары Халыҡ-ара ассоциацияһының башҡарма комитеты ағзалары алдында Рәсәй Федерацияһының спорт министры урынбаҫары Павел Колобков, Рәсәйҙең милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре комитеты рәйестәше Геннадий Алешин, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, «2021 йылғы XI Бөтә донъя уйындарының заявка биреү комитеты» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының башҡарма директоры Олег Шабанов сығыш яһаны.
Презентация йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһы делегацияһы Бөтә донъя уйындары халыҡ-ара ассоциацияһы вице-президенты Макс Бишоптың һорауҙарына яуап бирҙе.
– Минеңсә, презентация уңышлы үтте, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов журналистар менән аралашҡанда. – Беҙ Өфөлә үтәсәк уйындарға әҙерлек барышы хаҡында һөйләнек. Асылда, Бөтә донъя уйындарының башҡарма комитеты ағзаларының һорауҙары күп булды. Беҙ уларға ентекле яуап бирҙек. Һәйбәт тәьҫир ҡалдырғанбыҙҙыр тип уйлайым.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя уйындары – Олимпия уйындары программаһына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыштар. Улар 1981 йылдан алып Бөтә донъя уйындарының Халыҡ-ара ассоциацияһы тарафынан дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Ярыштар 11 көн дауам итә. Рәсәй спортсылары был ярыштарҙа 1993 йылдан бирле ҡатнаша.
2014 йылдың 29 июлендә Башҡортостан делегацияһы Бөтә донъя уйындарының Халыҡ-ара ассоциацияһының штаб-фатирына Өфөнөң 2021 йылғы XI Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына дәғүә итеү китабын ебәрҙе. Унда республика һәм уның баш ҡалаһы, спорт ҡоролмалары һәм ҡала инфраструктураһы һүрәтләнгән. 2014 йылдың октябрендә Өфөгә Бөтә донъя уйындарының Халыҡ-ара ассоциацияһынан техник комиссия килде.
Өфөнән тыш, ошондай уҡ заявканы Перуның баш ҡалаһы Лима һәм Бирмингем (Алабама штаты) ҡалалары ла тапшырған. Еңеүсе ҡала 2015 йылдың 22 ғинуарында Лозаннала Бөтә донъя уйындарының халыҡ-ара ассоциацияһының матбуғат конференцияһында иғлан ителәсәк
Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.
Читайте нас: