Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2015, 09:01

Башҡортостанда 38 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә. Башгидромет синоптиктары ҡаты һыуыҡтыр башланыуын күҙаллай.
— Көндәрҙең аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Аҙна аҙағына, 24 һәм 25 ғинуарҙа, һауа температураһы төнөн 25-30, урыны менән — 35-38, көндөҙ 20-25 градус һыуыҡ буласаҡ, айырым райондарҙа 30-ға етәсәк, — тип һөйләне метеопрогноздар бүлеге начальнигы Людмила Вафина.
Бындай һауа торошо киләһе аҙнаның уртаһына тиклем дауам итәсәк. Ғинуар айы өсөн ошондай температура күрһәткестәре — ғәҙәти күренеш, тип билдәләнеләр Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығында.
Читайте нас