ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж
һуғыш ветерандарының яҡынса һаны 1650 кеше тәшкил итә. Был һандар 22 ғинуарҙа Өфөлә федераль власть органдары етәкселәренең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор ҡатнашлығындағы координация кәңәшмәһендә әйтелде.