04:30 (UTC+5), 21 Января 2015

Хәйбулла районы энциклопедияһы өсөн материалдар йыйыу тамамлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Хәйбулла энциклопедияһы» өсөн материалдар йыйыу тамамлана. Баҫма өҫтөндә эш муниципалитеттың 85 йыллығына әҙерлек сиктәрендә алып барыла. Проект «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә әҙерләнә.
Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, редакция коллегияһы һәм эшсе төркөм алдында тулы күләмдә мәғлүмәт йыйыу бурысы тора. Район тарихында әһәмиәткә эйә булған бер генә ваҡиға ла ситтә ҡалырға, предприятиелар һәм ойошмалар, учреждениелар онотолорға тейеш түгел. Баҫмаға муниципалитет һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләрҙең исемдәрен индереү күҙаллана. Шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә йәшәгән һәм төрлө өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән яҡташтар тураһында бәйән итеү планлаштырыла.
Редакция коллегияһы Хәйбулла районында йәшәүселәрҙең барыһына ла райондың лайыҡлы кешеләре исемлегенә тәҡдимдәрен һәм өҫтәмәләрен индереү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Бөтә инициативалар ҙа редакция коллегияһы һәм эшсе төркөм ултырыштарында ҡараласаҡ.
Күренекле кешеләрҙең тулы исемлеге менән хакимиәттең рәсми сайтында танышырға мөмкин. Мәғлүмәтте haibenc@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Белешмә өсөн телефон: (34758) 2-19-20.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика