06:49 (UTC+5), 21 Января 2015

Эльвира Айытҡолова: «Кабелле каналдарҙа реклама күрһәтеү тураһындағы закон проекты — телеиндустрия өсөн яҡшы яңылыҡ»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының кабелле телеканалдарҙа киң мәғлүмәт сараларының милли продукцияһын таратҡан осраҡта ғына реклама күрһәтеүҙе рөхсәт иткән закон проекты телеиндустрия хеҙмәткәрҙәре өсөн һәйбәт яңылыҡ, тип иҫәпләй Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Үҙәк штабы ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова.
Дәүләт Думаһының Мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм бәйләнеш буйынса комитеты парламенттың түбәнге палатаһына «Киң мәғлүмәт саралары тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индерәсәк закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим итте, тип хәбәр итә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының федераль порталы. Новеллала киң мәғлүмәт сараларының милли продукцияһы» тигән төшөнсә барлыҡҡа киләсәк. Ул илдең киң мәғлүмәт саралары заказы буйынса Рәсәйҙең физик һәм юридик шәхестәре булдырған мәғлүмәт саралары продукцияһын күҙ уңында тота. Ошондай продукцияны етештереүгә Рәсәй инвестициялары 50 процент һәм унан ашыуыраҡ тәшкил итергә тейеш. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә киң мәғлүмәт саралары продукцияһының милли продукцияға ярашлы булыу-булмауын раҫлау тәртибен билдәләү хоҡуғы бирелә.
«Реклама тураһында»ғы законға килгәндә, уға түләүле йәки техник ҡоролмалар ҡулланылған каналдарҙың тапшырыуҙарында рекламаны таратыу тәртибен аныҡлау өсөн үҙгәрештәр индерелә.
— Был файҙалы инициатива, — тип билдәләне Эльвира Айытҡолова. — Үткән йылдың йәйендә ҡабул ителгән закон телевизион берләшмәләрҙе шаҡ ҡатырҙы. Сөнки түләүле күрһәтеүгә күсеү өсөн ҡыҫҡа ваҡыт бирелде, «түләүле канал» термины аҫтында нимәне күҙ уңында тотоуҙары аңлашылмай ине. Бөгөнгө көндә ошо законға төҙәтмәләр индерелеүе — телеиндустрия өсөн яҡшы яңылыҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика