08:13 (UTC+5), 20 Января 2015

Башҡортостандың 24 мәктәбе «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» исемлегенә индерелде

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың 24 мәктәбе «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» исемлегенә индерелде, тип хәбәр ителә «Киләсәк мәктәбе» Бөтә Рәсәй мәғариф форумы сайтында.
«Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» конкурсы тәүге тапҡыр 2014-2015 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса уҙғарылды. Уның маҡсаты — илебеҙҙең яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән иң яҡшы дөйөм белем биреү, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү учреждениеларын асыҡлау.
Лауреаттар исемлегенә ингән Башҡортостандың һәм төбәк баш ҡалаһының 24 мәктәбе араһында «Иң яҡшы гимназия» номинацияһында 122-се Башҡорт гиназияһы, М.Горький исемендәге 3-сө гимназия, 64-се гимназия (Өфө) һәм Бәләбәйҙең 1-се гимназияһы бар.
Лицейҙар араһында 62-се лицей, «Берҙәмлек» лицейы, 68-се лицей, 58-се лицей, 155-се лицей (Өфө) һәм Нефтекаманан 1-се лицей конкурс лауреаттары булды.
«Иң яҡшы дөйөм белем биреү мәктәптәре» номинацияһына Өфөнән 128-се, 127-се, 124-се, 157-се, Советтар Союзы Геройы Мансур Абдуллин исемендәге 109-сы, 113-сө, шулай уҡ Мәләүездән 1-се, Межгорьенан 1-се, Нефтекаманан 12-се мәктәптәр лайыҡ булды.
«Иң яҡшы өҫтәмә белем биреү учреждениеһы» номинацияһына балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн техник ижад үҙәге (Нефтекама) һәм Сибайҙан Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һайлап алынды.
«Махсус (коррекция) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты» номинацияһы лауреаттары исемлегенә Нефтекаманан VIII төр мәктәбе инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика