06:46 (UTC+5), 16 Ғинуар 2015

Бишбүләк районында полиция бүлегенең яңы бинаһы асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Кесаҙна, 15 ғинуарҙа, Бишбүләк районында полиция бүлегенең яңы бинаһын асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Төбәк етәксеһе полицейскийҙарҙы яңы бинаға күсеүҙәре менән ҡотланы һәм хеҙмәттәрендә уңыштар теләне:
— Беренсенән, полиция хеҙмәткәрҙәрен яңы бина алыуҙары менән ҡотлайым. Икенсенән, был һеҙ яҡшыраҡ эшләһен һәм Бишбүләк районы ҡасабаларында һәм ауылдарында йәшәүселәр үҙҙәрен хәүефһеҙ тойһон өсөн аванс булып тора. Республика Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына, эске эштәр органдарына ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк. Башҡа муниципалитеттарҙа ла ошондай объекттар төҙөйбөҙ. Был эште дауам итәсәкбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, эске эштәр органдары республика Хөкүмәте менән бергә кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эш алып барырға тейеш. Был һүҙҙә генә ҡалмаһын, эштә сағылһын ине, — тип йомғаҡ яһаны Рөстәм Хәмитов.
БР буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, административ бинаны реконструкциялау барышында граждандарҙы ҡабул итеү, террорға ҡаршы саралар буйынса заманса талаптар иҫәпкә алынған. Һәр кабинетҡа телефон үткәрелгән, Эске эштәр министрлығының эш селтәренә һәм мәғлүмәттәр базаһына инергә мөмкин.
Район полиция бүлеге инфраструктураһына 25 автомобилгә иҫәпләнгән йылы ҡуналҡа, янғын һүндереү буйынса ике ҡоҙоҡ, трансформатор станцияһы, дизелле электр станцияһы, 60 кешелек плац инә.
«Төҙөлөш 2013 йылдың октябренән башланды һәм 2015 йылдың авгусында тамамланырға тейеш ине. Әммә төҙөүселәр тырышлығы менән объект планлаштырылған ваҡыттан ярты йыл алдараҡ тапшырылды. Полиция бүлеген төҙөү һәм йыһазландырыу өсөн яҡынса 88 миллион һум тотонолған. Бөтә саралар республика бюджетынан бүленгән. Эштәр БР Капиталь төҙөлөш идаралығы заказы буйынса башҡарылды», — тип хәбәр иттеләр Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытҡа тиклем район үҙәктәрендә эске эштәр бүлектәрен төҙөүгә тейешле иғтибар бирелмәне», тине төбәк Башлығы журналистар менән аралашҡанда.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика