06:39 (UTC+5), 15 Ғинуар 2015

Сочиҙағы КВН фестивалендә Башҡортостандан 11 команда ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Сочиҙа КВН командалары араһында «КиВиН-2015» халыҡ-ара фестивале асылды. Башҡортостандан 11 команда фестивалдә ҡатнашыу өсөн ғариза ебәрҙе. Улар иҫәбендә БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Кубогына эйә булыусылар — Салауаттан «Хористы», шулай уҡ төбәк лигаһы лидерҙары — Стәрлетамаҡ физик культура институтының «Тау» йыйылма командалары бар. Уларҙан тыш, фестивалдә Башҡорт дәүләт медицина университетының «План Ка», «Gadget» (Өфө), «Клуб литераторов», «На личном отлично» (Октябрьский — Өфө), Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө ҡалаһы, «Ухватка» (Өфө), «Нефтик» (Нефтекамск) һәм «Не сезон» (Белорет) командалары ҡатнаша.
Фестивалдең конкурс программаһы 13 ғинуарҙа командалар сығышын ҡарау менән асылды. Ҡатнашыусыларҙы төбәк лигаларында бөтә төрҙәге рейтингтар өсөн көрәш, Халыҡ-ара КВН Союзының рәсми лигаларына һайлап алыу, мөхәррирҙәрҙең һәм журналистарҙың мәктәп-семинарҙары, КВН союзы президенты Александр Масляков менән аралашыу көтә. 24 ғинуарҙа фестиваль «КиВиН-2015» финал шоуын төшөрөү менән тамамланасаҡ.
Быйыл беренсе тапҡыр конкурс ҡарауҙарын һәм лауреаттар гала-концертының телевизион версияһын яҙҙырыу урыны итеп «Горки Город» тау саңғыһы курорты һайланған. Сарала ҡатнашыуға Рәсәй, Әрмәнстан, Белоруссия, Бөйөк Британия, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Молдова, Тажикстандан 540-тан ашыу команда ғариза биргән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика