07:06 (UTC+5), 15 Января 2015

Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар БДИ мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линияға шылтырата ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2015 йылдың Берҙәм дәүләт имтиханы мәсьәләләре буйынса махсус ҡыҙыу линия асты.
Ведомствоның сайтында хәбәр итеүҙәренсә, БДИ-ла ҡатнашыусылар, уларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ уҡытыусылар белгестәргә имтихан биреү тәртибе, ойоштороу талаптарына ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, ҡулланыусыларға имтихан тапшырыу ваҡытында хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында ла хәбәр итергә мөмкин.
Һорауҙарҙы (495) 984-89-19 телефоны буйынса дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 9-ҙан киске 5-кә ҡәҙәр бирергә була.
Башҡортостанда ла ҡыҙыу линия телефондары эшләй: (347) 218-03-81, 218-03-28, 292-12-70, 216-43-18.
Һорауҙарҙы Берҙәм дәүләт имтиханы порталы форумында һәм Рособрнадзорҙың социаль селтәрҙәге төркөмөндә ҡалдырырға мөмкин.
Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек барышында һәм уны уҙғарыу ваҡытында хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәрҙе ege@obrnadzor.gov.ru электрон почтаһы адресына ебәрергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика