07:55 (UTC+5), 14 Января 2015

Өфөлә һәм Пекинда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы күргәҙмә үтә

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә һәм Пекинда «Фашизмды еңеүҙә һәм Алыҫ Көнсығышты азат итеүҙә СССР-ҙың роле» тип аталған күргәҙмә ойошторола. Башҡортостан Хөкүмәтендә аңлатыуҙарынса, был Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС илдәре дәүләттәре һәм хөкүмәттәре етәкселәре саммитының Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләү йылында уҙғарылыуға бәйле.
Билдәле ваҡиға Рәсәй Федерацияһы рәйеслеге сиктәрендә халыҡ-ара ойошмаларҙың сараларында сағылыш табасаҡ. Ил лидерҙары Өфө саммиты йомғаҡтары буйынса белдереүҙә ошо иҫтәлекле датаға ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтер тип күҙаллана.
— 2015 йылда Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының 15-се саммитын ҡабул итә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү йылында уҙа. Был бөтә донъяға СССР халҡының һәм Гитлерға ҡаршы коалицияла ҡатнашыусыларҙың ниндәй хаҡ менән фашизмды еңеүен иҫкә төшөрөү өсөн йәнә бер мөмкинлек. «Фашизмды еңеүҙә һәм Алыҫ Көнсығышты азат итеүҙә СССР-ҙың роле» күргәҙмәһенә әҙерлек башланған да инде. Был йәш быуынға, ветерандарға, уларҙың туғандарына кәрәк. Экспозицияны баш ҡалала йәшәүселәр, ҡунаҡтар килеп ҡарай ала, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы министры Руслан Мирсаяпов.
Өфөлә күргәҙмә Хәрби Дан музейында ойоштороласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика