05:49 (UTC+5), 13 Ғинуар 2015

Рәсәйҙең матбуғат хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. 1703 йылдың тап ошо көнөндә Петр Беренсе указы менән Рәсәйҙең «Ведомости» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә. Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы 1991 йылда Рәсәй матбуғаты көнө булдырыла. Был байрам күп һөнәр эйәләрен — журналистарҙы, полиграфистарҙы, нәшриәтселәрҙе, баҫма продукцияны таратыусыларҙы берләштерә. Уларҙың барыһы ла үҙҙәренең хеҙмәте менән илдең берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин итә.
«Ведомости» Рәсәйҙә беренсе баҫма гәзит була, сөнки уға тиклем «Куранты» тип аталған гәзит ҡулъяҙма рәүешендә генә сыға. Баҫма Петр Беренсенең эске һәм тышҡы сәйәсәтен пропагандалауға йүнәлтелгән була, шуға күрә Төньяҡ һуғышы гәзиттең төп темаһына әүерелә. 1709 йылда батша үҙе хәрби хәбәрсе сифатында сығыш яһай — Полтава һуғышын ул бик ентекле һүрәтләй.
Ғалимдар раҫлауынса, Башҡортостандың матбуғат тарихы ла 177 йыл элек Өфөлә донъя күргән «Оренбургские губернские ведомости» рәсми баҫмаһынан башлана.
Ҡала һәм райондарҙа республика халыҡтары телдәрендә ике йөҙгә яҡын гәзит-журналдар сыға. Башҡортостандың журналистар берлегенең һәм киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлеге власть менән йәмғиәт араһындағы бәйләнеште, халыҡтар араһындағы толерантлыҡты, берҙәмлекте нығытыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика