Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.63
+0.67
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2015, 16:51

Киң мәғлүмәт саралары араһында суд эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Суд эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү 19 ғинуарҙа тамамлана.
Конкурсҡа 2014 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем рус һәм башҡорт телдәрендә баҫылған материалдар ҡабул ителә. Бәйге «Иң яҡшы публикация», «Иң яҡшы видеосюжет», «Башҡортостан Республикаһының суд системаһы эшмәкәрлеген әүҙем һәм профессиональ яҡтыртҡан өсөн» номинациялары буйынса уҙғарыла.
Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Бүләкләү тантанаһы республиканың суд системаһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә арналған кәңәшмә барышында үтәсәк.
Читайте нас: