04:18 (UTC+5), 12 Января 2015

Рәсәй мосолмандары француз халҡы менән бергә теракт ҡорбандары өсөн ҡайғыра — мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты Францияла теракт һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. «Рәсәй мосолмандары Францияның баш ҡалаһында ҡылынған сираттағы кешелекһеҙ террор акцияһы тураһындағы ҡот осҡос хәбәрҙе тетрәнеп һәм нәфрәтләнеп ҡабул итте» тиелә рәсми хәбәрҙә.
Рәсәй мосолмандары енәйәтселәр ҡулынан һәләк булған кешеләр өсөн тәрән ҡайғыра. Францияла иғлан ителгән дөйөм милли траур – Рәсәй мосолмандары өсөн дә траур, тиелә мөрәжәғәттә.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты «һәләк булыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, терроризмдың сығышын кире ҡағыуға тәүәккәллеге тураһында белдерә. Беҙ бөтә кешеләрҙе ошо яуызлыҡҡа ҡаршы көрәштә тағы ла берҙәмерәк булырға саҡырабыҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика