Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2015, 09:56

Башҡортостанда «Һылыуҡай-2015» матурлыҡ конкурсына әҙерлек башланды

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2015» гүзәллек бәйгеһенә әҙерлек башланды. Төркөмдә республика райондары һылыуҡайҙары өсөн асыҡ тауыш биреү бара.
Конкурста 16 йәштән 22 йәшкә тиклем ҡыҙҙар ҡатнаша. Бәйге талаптарының иң мөһиме — тышҡы матурлыҡ менән бергә башҡорт телен белеү.
«Һылыуҡай-2015» республика телевизион конкурсының һайлап алыу туры ҡалаларҙа февралдә, Өфөлә март башында үтә. Бәйгенең финалы 10 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Һылыуҡай» 23-сө тапҡыр ойошторола. Ошо йылдар эсендә конкурста 200-ҙән ашыу ҡыҙ ҡатнашты, шуларҙың күбеһе реклама һәм модель бизнесында үҙ карьераһын дауам итте.
Конкурстың ойоштороусылары — «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Аҙна» гәзите.
Читайте нас