Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.41
-0.01
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Декабрь 2014, 23:55

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Яңы 2015 йыл менән ҡотланы

ӨФӨ, 2014 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡын Яңы 2015 йыл менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:
«Ҡәҙерле дуҫтар!
Яңы 2015 йылға тиклем һанаулы минуттар ҡалды. Минең һеҙҙең һәр берегеҙгә Яңы йыл теләктәрен еткереү мөмкинлегем бар.
Үтеп барған 2014 йылға нимә тип әйтә алабыҙ? Быйылғы йыл әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды. Беҙҙе ҡояш йылыһы һәм зәңгәр күк йөҙө менән шатландырғаны, ышаныс һәм өмөт биргәне, күңелдәребеҙҙе һөйөү һәм шәфҡәтлелек менән тултырғаны, ошо йыл эсендә илебеҙ, республикабыҙ көслөрәк һәм берҙәмерәк булғаны өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Ошо байрам кисендә яныбыҙҙа ҡәҙерле кешеләребеҙ. Барыбыҙ ҙа куранттар һуҡҡанын тулҡынланып көтәбеҙ, иң изге теләктәр теләйбеҙ. Яңы йыл төнөнөң тылсымлы мөғжизәһенә ышанабыҙ.
Әлбиттә, һәммәбеҙгә лә именлек һәм иртәгәһе көнгә ышаныс, өлкәндәрҙең аҡылы, йәштәрҙең терәк булыуы, яҡындарыбыҙҙың хәстәре һәм ярҙамы кәрәк.
Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ һәм яҡшы кәйеф теләйем! Һәр саҡ уңыштар юлдаш булһын беҙгә! Изге уй-ниәттәребеҙ тормошҡа ашһын!
Бәхетле булығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Яңы йыл менән!».
Читайте нас: