06:42 (UTC+5), 31 Декабрь 2014

Башҡортостан халҡы Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан халҡы бөгөн төндә Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә. Рәсәй халҡының күбеһе уны йылдың төп байрамы тип иҫәпләй.
Яңы йылды байрам итеү традицияһы сама менән беҙҙең эраға тиклем өс меңенсе йылда Месопотамияла барлыҡҡа килгән. Байрамды март аҙағында, Тигрҙа һәм Ефратта һыу ташҡас, һәм ер эштәре башланғас билдәләгәндәр. Йылдың тәүге 12 көнөндә Месопотамияла карнавалдар, маскарадтар уҙғарылған.
Аҡрынлап Яңы йылды үткәреү киң ҡолас ала. Вавилонда пленда булған иудейҙар ошо традицияны үҙләштерә. Артабан байрам гректарға, гректарҙан Көнбайыш Европа халыҡтарына күсә.
Юлий Цезарь календарға үҙгәрештәр индергәндән һуң ғинуарҙың беренсе көнө яңы йылдың тәүге көнө тип иҫәпләнә башлай. Яңы йыл менән бер рәттән Раштыуа ла билдәләнә. Ул беҙҙең эраның икенсе быуатында Рим империяһында барлыҡҡа килгән. Ваҡыты буйынса тәүҙә Раштыуа икенсе дини байрам — Керәшенгә тап килгән. Улар бер көндә билдәләнгән. Ләкин IV быуатта уҡ Көнбайыш Европа илдәрендә Раштыуаны байрам итеү 25 декабргә күсерелгән. Был көндө Рим империяһында Сатурн аллаһы хөрмәтенә мәжүси байрамды билдәләү ҡабул ителгән булған. Аҡрынлап мәжүсилек традицияһы актуаллеген юғалта һәм Раштыуа байрамына алыштырыла. Беҙҙең көндәрҙә лә христиан илдәренең күбеһендә Раштыуа байрамын 25 декабрҙә билдәләйҙәр.
Оҙаҡ ваҡыт дауамында Яңы йыл күп халыҡтарҙа билдәләнмәгән, йәки Раштыуа менән бергә үткәрелгән. Ҡайһы бер илдәрҙә ул бөтөнләй тыйылған булған, Шотландияла, мәҫәлән, әле һаман Яңы йылды һәм Раштыуаны байрам итмәйҙәр.
Яңы йыл байрамы Көнбайыш Европала — 16 быуаттың һуңында, Көнсығыш Европала 17-18 быуаттарҙа үҙ аллы байрам булараҡ билдәләнә башлай.
Рәсәйҙә Яңы йылды байрам итеү традицияһына Петр I нигеҙ һала. Әммә ул ваҡытта ошо яңы байрамдарҙы дворяндар ғына билдәләгән. Ваҡыт үтеү менән ул дөйөм халыҡ байрамына әүерелгән.
1917 йылда Совет власы Раштыуа менән бер рәттән Яңы йылды ла байрам итеүҙе тыя. Был байрам 1930 йылдарҙа ғына кире әйләнеп ҡайта. Бөгөнгө көндә Яңы йыл постсовет киңлегендә иң популяр байрамдарҙан һанала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика