13:21 (UTC+5), 29 Декабря 2014

Рөстәм Хәмитов: «Һәр ветеран һәйбәт шарттарҙа йәшәргә тейеш»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2012 йылдан алып Башҡортостанға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн федераль бюджеттан 4,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. «Ветеран Башкортостана» гәзитенә биргән интервьюһында республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта белдерҙе.
— Быйыл республикабыҙ 746,1 миллион һум күләмендә субвенция алды. Шул рәүешле беҙ 639 ветерандың торлаҡ мәсьәләһен хәл иттек. Әммә эштәр күп әле, — тине Башҡортостан Президенты.
Уның һүҙҙәре буйынса, хәҙерге көндә 800-гә яҡын кеше сиратта тора. Киләһе йылда Башҡортостанға бүленәсәк аҡсаларға 1300 ветеранға торлаҡ сертификаты тапшырыласаҡ. Сиратты тулыһынса бөтөрөү өсөн өҫтәмә финанслауҙы һорап Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт әҙерләнгән дә инде.
— Бурысыбыҙ ябай — һәр ветеран һәйбәт шарттарҙа йәшәргә тейеш. Тап ветеран, башҡа кешеләр түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Интервьның тулы тексын «Детально» рубрикаһында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика