09:41 (UTC+5), 24 Декабрь 2014

Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына һирәк осраусы 114 төр йәнлек индереләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ҡыҙыл китаптың яңы баҫмаһына индереү өсөн һирәк осраусы һәм юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған хайуандар исемлеге раҫланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Башҡортостанда 114 төр хайуан закон буйынса яҡланасаҡ. Фәнни мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 15 төр йәнлек һәм ҡошҡа юғалыу ҡурҡынысы янай. Атап әйткәндә, Европа шәшкеһе, мәрйенгүҙ, аҡ ағуна, ялан тәгәрлеге, туғаҙаҡ, ҡара ҡауҙы, бөркөт, ялан торомтайы, ҡыҙылбалыҡ, йофар.
Яңы баҫманан 23 төр хайуан төрө сығарылған, улар араһында һоро ҡаҙ, ышылдаҡ аҡҡош, шоңҡар, һыуыр, һоро торна бар. Белгестәр уларҙың иҫәбенең әлеге ваҡытта тотороҡланыуын тәбиғи сәбәптәрҙең тәьҫире һәм популяцияларҙы һаҡлау буйынса ҡабул ителгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге менән аңлата.
Википедия мәғлүмәттәре буйынса, дүрт быуат эсендә Башҡортостан биләмәһенән 10 төр хайуан — тарпан, төньяҡ боланы, сайғаҡ, ҡоно, кеш, ҡара гриф, туғаҙаҡ, берғаҙан, аҡбалыҡ юҡҡа сыҡҡан. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы йәнлектәр һәм үҫемлектәр исемлеген даими рәүештә асыҡлай һәм тулыландыра, Ҡыҙыл китапты яңынан сығарыуҙы һәм уның интернет-баҫмаларын яңыртыуҙы ғәмәлгә ашыра. Ҡыҙыл китаптың «Хайуандар» томы тәүге тапҡыр республикала 2004 йылда нәшер ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика