05:34 (UTC+5), 24 Декабря 2014

2015 йылда Башҡортостанда 776 һайлау кампанияһы үтәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2015 йылда берҙәм тауыш биреү көнө 13 сентябргә тура килә. Был көндө республикала ҡала һәм ауыл биләмәләре Советтарына депутаттар һайлау буйынса 776 һайлау кампанияһы үтергә, уның барышында 7355 депутат мандаты алмаштырылырға тейеш. Был хаҡта Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һайлауҙарҙы ойоштороусылар менән видеоселектор кәңәшмәһендә белдерҙе.
Һайлауҙар яңыртылған закон буйынса уҙғарыласаҡ. Муниципаль һайлауҙарҙа бюллетендәрҙә «бөтәһенә лә ҡаршы» графаһы, ваҡытынан алда тауыш биреү буласаҡ.
Һәр территориаль комиссия ҡала, ауыл биләмәләре Советтары депутаттарын һайлауҙа ойоштороусы комиссия булып иҫәпләнә һәм һайлау кампанияһы осоронда территориаль һайлау комиссияһы ағзаларына күп мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәк. Улар документтар ҡабул итәсәк һәм кандидаттарҙы теркәйәсәк, һайлау фондын, һайлау алды агитацияһын, бюллетендәрҙе әҙерләүҙе күҙәтәсәк.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе коллегаларына 2015 йылдың ғинуарында участка һайлау комиссияһы резервы составы буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеү тураһында иғлан итеү планлаштырыла тип белдерҙе. Шуға бәйле сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары менән ҙур эш башҡарырға кәрәк.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы үҙ вәкәләттәре сиктәрендә әүәлгесә күп яҡлы методик, хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика