05:10 (UTC+5), 23 Декабрь 2014

«Башинформ» - киң мәғлүмәт сараларында профсоюздар эшмәкәрлеген яҡтыртҡан иң яҡшы агентлыҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы киң мәғлүмәт сараларында профсоюздар эшмәкәрлеген яҡтыртҡан конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыһы тип танылды. Еңеүселәр Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы Президиумы ултырышында бүләкләнде. Конкурс республикалағы профсоюздар эшмәкәрлегенең мөһим мәсьәләләренә журналистарҙың иғтибарын йәлеп итеү, уларҙы киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу маҡсатында ойошторолған.
Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, комиссия хөкөмөнә репортаж, очерк, интервью, мәҡәләләр тәҡдим ителгән. Баһалама ағзалары республиканың Профсоюздар федерацияһы, профсоюздарҙың тармаҡ комитеттары һәм беренсел профсоюз ойошмаларының эшмәкәрлеге менән бәйле темаларҙы асыуҙа авторҙарҙың һөнәри оҫталығын билдәләне.
Бәйге йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы автор» исемен Федоровка районының «Ашҡаҙар таңдары» гәзите хәбәрсеһе Татьяна Зәйнуллина алды, иң яҡшы телетапшырыу тип «Башкортостан» ДТРК-ның «Ауаз» мәғлүмәт-күңел асыу программаһы танылды, иң яҡшы репортаж авторы – Благовещен районының «Панорама» гәзите хәбәрсеһе Любовь Белова. «Профсоюз хәбәрсеһе» исеменә Рәсәй авиация сәнәғәте хеҙмәтсәндәре профсоюзы Башҡортостан ойошмаһының әйҙәүсе белгесе Оксана Дронова лайыҡ булды. «1 майҙы иң яҡшы яҡтыртҡан өсөн» дипломы «Вечерняя Уфа» гәзите хәбәрсеһе Ильвина Хузиәмәтоваға тапшырылды. «Ҡыҙыл таң» гәзите – йәштәр профсоюзы эшмәкәрлеген, «Республика Башкортостан» гәзите социаль-хеҙмәт мәсьәләләрен яҡтыртыуҙа иң яҡшыһы тип танылды, «Иң яҡшы профсоюздар журналы» исеме БР машиналар төҙөү профсоюзының «Металлист Инфо» баҫмаһына бирелде.
Еңеүселәргә БР Профсоюздар федерацияһының дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт хаттары ебәрелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика