ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Марина Чепикова/. Башҡортостандың Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында «Азимут» (Екатеринбург) нәшриәте етәкселәре менән осрашыу үтте, улар Уралдың иҫтәлекле урындарына арналған
китаптар серияһы хаҡында бәйән итте.