13:45 (UTC+5), 22 Декабрь 2014

Башҡортостанда 20 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Һуңғы көндәрҙә үҙәк Рәсәй биләмәһендә, шул иҫәптән Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо өҫтөнлөк итте. Айҙың икенсе ун көнлөгөндә термометр күрһәткестәре норманан ете градусҡа юғарыраҡ булды.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе аҙнала көндәрҙең болотло булыуы, ҡар яуыуы, буран сығыуы һәм һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүе көтөлә. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы начальнигы Людмила Вафинаның һүҙҙәренсә, шишәмбе, 23 декабрҙә, һауа температураһы көндөҙ һәм төндә нуль градус тирәһе буласаҡ.
— 23 декабрҙән һауа температураһы түбәнәйә. Аҙна уртаһында ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы ихтимал. 26-27 декабрҙә яуым-төшөм кәмейәсәк. Төндә минус 15-20, аяҙайтҡанда минус 25 градусҡа тиклем төшәсәк. Ял көндәрендә көндөҙ 17-20 градус һалҡын буласаҡ, — тип һөйләне Людмила Вафина.
Уҙып барған йылдың һуңғы көндәрендә һауа температураһы түбән буласаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй. Синоптиктар әйтеүенсә, төбәктә һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика