07:18 (UTC+5), 17 Декабря 2014

Михаил Бабич Волга буйының киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән осрашты

Анастасия Макарычева/РБК
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Шишәмбе көндө Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Унда төбәктең билдәле киң мәғлүмәт саралары етәкселәре саҡырылғайны, тип хәбәр иттеләр РБК – Нижний Новгород телеканалынан.
Осрашыуҙа Башҡортостандан «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев менән «Республика Башкортостан» гәзитенең сәйәсәт бүлеге мөдире Гүзәл Нәбиева ҡатнашты.
Финанс баҙарындағы хәл һөйләшеүҙең төп темаларының береһе булды. Михаил Бабич һүҙҙәренсә, округтың бөтә төбәктәрендә кризисҡа ҡаршы штабтар булдырылған, башҡа эштәрҙән тыш, улар иң кәрәкле тауарҙарҙың хаҡын күҙәтеп бара. Тулы хоҡуҡлы вәкил Волга буйы федераль округында әлеге тауарҙарға хаҡтың артмауын, әммә хәлде күҙ уңында тоторға кәрәк тип билдәләне.
Бынан тыш, бер нисә йыл элек Михаил Бабич инициативаһы буйынса старт алған төбәк-ара авиацияны үҫтереү программаһы тикшерелде. Әлеге көндә ул Волга буйы федераль округында уңышлы тормошҡа ашырыла. 2014 йылда пассажирҙар ташыу 60 процентҡа артҡан. Йыл йомғаҡтары буйынса самолеттарҙа 150 мең кеше осҡан. Бынан тыш, яҡын арала Рәсәй Хөкүмәте ошо программаның эшен өс йылға оҙайтырға ниәтләй.
Тиҙҙән Волга буйы ҡалалары араһында һауа юлын артабан үҫтереү өсөн илдә етештерелгән самолеттың яңы моделе эшләп сығарыласаҡ. Түбәнге Новгородтың «Сокол» һәм Һамарҙың «Авиакор» заводтарын Ил-114 самолетын төҙөү өсөн майҙансыҡ сифатында файҙаланыу ҡарала.
Михаил Бабич самолеттар төҙөлөшөнә тура инвестициялар 12-16 миллиард һум тәшкил итәсәк тип билдәләне. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 30-32 миллиард һум талап ителә.
Киләһе йылдың июлендә Волга буйы федераль округы Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарын ҡабул итә, ә 2018 йылда округтың дүрт төбәгендә футбол буйынса Донъя кубогы этаптары үтә. Ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, объекттар ваҡытында әҙер буласаҡ, тине Тулы хоҡуҡлы вәкил.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика