08:05 (UTC+5), 17 Декабрь 2014

Баш ҡалала уҙған Матбуғат балында йыл журналисын иғлан иттеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева, Артур Басиров/. 16 декабрҙә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Сараның ойоштороусыһы — Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостандың Журналистар союзы.
Тантананы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов асты.
Быйыл онлайн-тауыш биреү ярҙамында еңеүселәрҙе билдәләүҙең элекке тәртибе һаҡланған. 3 декабрҙән 10-на тиклем сайтта тауыш биреү барҙы.
«Йыл журналисы», «Предприятиеның иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Иң яҡшы корпоратив баҫма» һәм «Йыл блогеры» номинацияларында кандидаттар өсөн бер тапҡыр ғына тауыш бирергә була ине.
«Йыл журналисы» исеменә Күгәрсен районының «Мораҙым» гәзите хәбәрсеһе Айгөл Арсланбәкова лайыҡ булды. «Социаль өлкә һәм мәғариф» номинацияһында «Аргументы и факты» аҙналығынан Айгөл Мусина иң яҡшыһы тип табылды; «Спорт һәм сәләмәт тормош» номинацияһында Башҡортостан юлдаш каналы хәбәрсеһе Юлиә Мөлөкова еңеп сыҡты; «Иҡтисад һәм финанс» номинацияһында — «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе Эльвира Латипова.
«Атайсал» темаһын иң яҡшы яҡтыртыусы тип Башҡортостан юлдаш телевидениеһының үҙ хәбәрсеһе Гөлназ Ғәлиуллина табылды. «Һаулыҡ һәм экология» номинацияһында — «Вечерняя Уфа» гәзитенән Татьяна Барабаш; «Сәнәғәт һәм инвестициялар» — «Российская газета» баҫмаһының Өфө филиалы хәбәрсеһе Ольга Горюнова; «Сәйәсәт һәм йәмғиәт» — «Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһе Вячеслав Завьялов еңеүгә лайыҡ булды.
«Мәҙәниәт һәм сәнғәт» темаһына иң яҡшы материалдар авторы — «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе Ләйлә Ишморатова; «Иң яҡшы матбуғат хеҙмәте» — «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте; «Дәүләт ведомствоһының иң яҡшы матбуғат хеҙмәте» — Өфө-2015 ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө; «Иң яҡшы корпоратив баҫма» — «Дивизион» гәзите (Өфө моторҙар эшләү берекмәһе); «Йыл блогеры» — Артур Дмитриев.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика