05:36 (UTC+5), 15 Декабря 2014

Өфөлә тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһының Демографик доклады тәҡдим ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Башҡортостан Республикаһы модернизациялау һәм инновацион үҫеш шарттарында» тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһы үтте. Сараның ойоштороусыһы – Башҡортостан Фәндәр академияһының социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты.
Конференцияның беренсе көнөндә республиканың демографик үҫеше мәсьәләләре тикшерелде. Институттың ғаилә лабораторияһы һәм демографияһы ғалимдары ғилми йәмәғәтселеккә Башҡортостан Республикаһы Демографик докладының тәүге сығарылышын тәҡдим итте. Был эш — төбәк, шулай уҡ айырым муниципаль берәмектәр кимәлендә Башҡортостандағы демографик үҫеште күп яҡлы тикшереүгә нигеҙләнгән республикалағы беренсе фәнни баҫма.
Институттың ғаилә лабораторияһы һәм демографияһы ғалимдары үҙ сығыштырында республиканың демографик үҫешенең төп өлкәләрендә килеп тыуған хәлдең үҙенсәлектәрен — тыуымды, үлемде, миграцияны билдәләне.
Конференцияла БР Дәүләт — Йыйылышының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет рәйесе Николай Никитин, БР Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин, Институт директоры Рим Вәлиәхмәтов, шулай уҡ Мәскәү ғалимдары — демографик тикшеренеүҙәр өлкәһендә билдәле эксперттар һәм белгестәр Михаил Денисенко менән Борис Денисов ҡатнашты.
Конференция сиктәрендә фәнни семинар ойошторолдо, унда Институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре Ирина Лакман эконометрик анализ ысулдарына нигеҙләнгән эш һөҙөмтәләре, социаль-иҡтисади факторҙарҙың тыуым кимәленә йоғонто яһауы тураһында һөйләне. Михаил Денисенко (Милли тикшеренеүҙәр университетының демография институты — Юғары иҡтисад мәктәбе) менән Борис Денисов (Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының демография һәм ил халҡы иҡтисады лабораторияһы) үткәрелгән сараға үҙ баһаһын бирҙе.
Конференцияның икенсе көнө Институттың Кеше потенциалын өйрәнеү үҙәгендә уҙҙы. Бында Михаил Денисенко Өфөнөң юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашты, Милли тикшеренеүҙәр университетының демография институты — Юғары иҡтисад мәктәбендә уҡыу мөмкинлектәре, аспиранттар өсөн уҡыу программалары менән таныштырҙы. Борис Денисовтың сығышы социаль-демографик процестарҙы статистик һәм социологик анализлау, Рәсәйҙе һәм уның төбәктәрен социаль үҫтереү перспективаларына арналды.
Конференцияла Өфөнөң фәнни һәм белем биреү үҙәктәре ғалимдары, министрлыҡ һәм ведомсто белгестәре ҡатнашты. Сара белгестәргә республиканың социаль-демографик үҫешенең мөһим мәсьәләләре буйынса фекер алышырға мөмкинлек бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика